Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
24 Март 2024, 08:25

Бәхет килтереүсе гөлдәр

Бына улар: 

Бәхет килтереүсе гөлдәрБәхет килтереүсе гөлдәр
Бәхет килтереүсе гөлдәр
Фикус Эластика. Яҡшы энергияны ғына үҙенә тарта. Уның йәшел япраҡтары матди байлыҡ йәлеп итә.

Спатифиллум, йәки ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлө лә - ыңғай энергия сығанағы. Ҡыҫҡа һыуыҡ ҡышҡы көндәрҙә тәҙрә төбөндә был гөл үҫһә, өйҙә гармония һәм тыныслыҡ була.

Асыҡ йәшел төҫлө биҙәкле япраҡлы калатея бүлмәгә матурлыҡ өҫтәүе менән бергә өйгә тыныслыҡ һәм һиллек тә бирә. Ул булһа, ғаилә тормошонда тулыһынса аңлашып йәшәү хөкөм һөрә. Уны йоҡо һәм балалар бүлмәһенә ҡуйырға ламөмкин.

Лаванда. Хуш еҫле, уңыш һәм тыныслыҡ бөркөүсе гөл. Өйҙә ул үҫһә, ҡыш яҡшы үҙгәрештәр көтөлә.

Мөхәббәт символы булған орхидея өйгә уңыш йәлеп итә.
 
https://vk.com/bashkortvk
Л.Хәйруллина фотоһы.
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас