Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
26 Март 2024, 18:08

Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

Был тәмлекәс дарыуҙан да яҡшы

*  Йөрәгегеҙ ауыртыуға зарланаһығыҙ икән, иртәнсәк бер көнгә етерлек дарыу әҙерләп ҡуйығыҙ. Бәләкәй генә киҫәк икмәкте дүрт өлөшкә бүлеп, һәр береһенә бер нисә тамсы бесәй үләне төнәтмәһе тамыҙығыҙ. Һәр 4 сәғәт һайын икмәк киҫәген ауыҙығыҙға ҡабып, яҡшы итеп сәйнәп йотоғоҙ.

     * Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ҡырғыстан үткәрелгән кишергә йөҙөм йәиһә әстерхән сәтләүеге ҡушып әҙерләнгән салат ашағыҙ. Уға майонез урынына ҡаймаҡ ҡушыла. Бындай салатты даими ашағанда, мейе күҙәнәктәре яңыра һәм ҡан әйләнеше яҡшыра

      * Ангинанан ҡотолоу өсөн теш таҙартҡан ваҡытта ауыҙығыҙҙы сайҡатҡанда тәүгеһендә һыуҙы төкөрөгөҙ, икенсе ҡат сайҡатҡанда тамағығыҙҙы ла сайҡатырға онотмағыҙ. Быны ғәҙәткә индерһәгеҙ, тамаҡ ауыртыуының нимә икәнен бик тиҙ оноторһоғоҙ.

     * Ашҡаҙан сей яраһынан, эсәктәр ауыртҡанда тауыҡ йомортҡаһын бер ҡалаҡ он менән бутап, ас ҡарынға эсегеҙ. Дауаланыу курсы – 10 көн. Был рецепт күп тапҡыр һыналған.

     * Үҙәк көйөүҙән ни бары 5 – 6 йөҙөм ашау ғына кәрәк. Тәүҙә йөҙөмдө һәр саҡ үҙең менән алып йөрөргә тура килһә, һуңынан кәрәге ҡалмаясаҡ, ауырыу яйлап үтер. 

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1962454

Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша
Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша
Автор:
Читайте нас