Тамырландырыуға күптән түгел генә ҡырҡылған сәскәләр яраҡлы. Уның шытып сығыуы өсөн түбәндәге билдәләргә ҡарайбыҙ:
- Һығылмалы, шыма һабаҡ. Ҡороған ботаҡ тамырланмаясаҡ.
- Һабаҡтың төҫө тигеҙ, йәшел, ҡарағусҡыл тапһыҙ булһын.
- Сәскә таждары тулыһынса асылмаған, унда йәшел япраҡтар бар.
- Бөрөләре һабаҡҡа ҡарағанда асығыраҡ төҫтә (япраҡ сыҡҡан урындар), тапһыҙ.
- Һабаҡ киҫелеше тигеҙ, шыма, лайлаһыҙ һәм ҡарағусҡыл тапһыҙ.
Өҫтөнә ялтыр һибелгән, лак менән эшкәртелгән, буяу ярҙамында төҫ бирелгән сәскәләр тамырланмаясаҡ. Шулай уҡ һыуыҡ кисергән гөлләмәләге сәскәләр үҫтереүгә яраҡһыҙ.
Рәсәйҙә үҫтерелгән сәскәләр еңел тамырлана, сөнки уларға яңы климатҡа күнегергә кәрәкмәй. Кения, Эквадор һәм Колумбия раузаларын үҫтереү күпкә ҡатмарлы, шулай ҙа мәшәҡәтләнеп ҡарарға мөмкин! Ә бына Голландия "ҡунаҡ" тары менән тәжрибә үткәреп тормаһағыҙ ҙа була, улар үҫмәйәсәк.
Үҫеш өсөн иң уңайлылары:
- ҡыҙыл төҫтәгеләре
- алһыу, шул иҫәптән популяр Бомбастик сорты
- аҡ раузаларҙың ҡайһы бер сорттары
1-се ысул: Ботаҡтарҙы таҙа һыулы һауытҡа ҡуйғас, уға үҫеш стимуляторы өҫтәп була, әммә уны арттырмау мөһим. Һауытты ультрафиолет үтеп инмәгән ҡараңғы урында ҡалдырырға һәм көн һайын һыуҙы алмаштырырға кәрәк. Һабаҡтарҙың сереп бөтмәүен күҙәтегеҙ.
2-се ысул: Сәләмәт, серек булмаған картуф бүлбеһен һайлағыҙ - был үҫенте өсөн туҡлыҡлы мөхит буласаҡ. Картуфты йыуығыҙ, 1-2 сәғәт марганцовкалы эретмәлә тотҡас, киптереп, уртаһында соҡор яһағыҙ. Үҫентеләрҙе картуфҡа тығып, тупраҡлы көршәккә ултыртығыҙ. Өҫтөнән пластик шешәнән «парник» ҡуябыҙ, һыу һибәбеҙ һәм ваҡыты-ваҡыты менән асып елләтеп торабыҙ. Картуф һуңыраҡ серей һәм ҡыуаҡ өсөн бик яҡшы ашлама булып китә. Бананда ла тамырландырырға мөмкин, әммә был ысул күп баҡсасылар тарафынан уңышһыҙ тип һанала.
Автор фотоһы.