3,4, 5 апрелдә һәм 9, 10, 11 апрелдә уртаса магнитлы тулҡын фаразлана. 19-20 апрелдә аҙ интесив, 21-22 апрелдә көслө магнит тулҡыны көтөлә.
Был көндө быуындар ауыртыуы мөмкин. Магнит тәьҫирендә баш әйләнеүе, баш ауыртыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоу, аппетит насарайыу, кәйеф төшөүе ихтимал.
Ай аҙағында 26-28 апрелдә магнитлы көн фаразлана, 30 апрелдә уның тәьҫире көсәйә. Врачтар был көндәрҙә күберәк ял итергә, күберәк һыу эсергә тәҡдим итә.
Быуын, йөрәк-ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәрегеҙ булһа, һаулығығыҙға иғтибар бирегеҙ. Йәшел сәй эсегеҙ, йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирегеҙ, кофе, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ, ҡурылған, ҡыҙҙырылған ризыҡтан баш тартығыҙ, йоҡо алдынан контраст душ инегеҙ, ваҡытында сәғәт 10-дан һуңға ҡалмай йоҡларға ятығыҙ. Күберәк йөрөгөҙ, ҡан баҫымы юғары булғандарға ятып торорға кәрәк.