Кефир - 1 стакан
Йомортҡа - 3
Манный ярмаһы - 1 стакан
Он - 1 стакан
Шәкәр ҡомо - 1 стакан
Йөҙөм - 1 ус
Аҡ май - 100 грамм
Разрыхлитель йәки сода - 1 сәй ҡалағы
Кефирға манный һалып, 30-40 минут бүрттерәбеҙ.
- йомортҡаны шәкәр ҡомо ҡушып бутайбыҙ, майҙы йомшартып, уны манный менән бергә массаға ҡушабыҙ
- разрыхлитель һалынған ондо ҡушып болғатабыҙ, йөҙөм һалабыҙ
- ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ кеүек була
Уртаса ҡыҙыулыҡта 30-40 минут бешә. Манникты төрлө формалағы һауыттарға һалып бешерергә мөмкин.
Л. Хәйруллина фотоһы