Апрель ҡышҡы йоҡонан һуң ысын мәғәнәһендә тәбиғәт уянған ай.
Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә ярҙам иткән һәм рационды һаулыҡ өсөн файҙалы итә алған йәшелсәләр исемлеген һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Башлы һуған антиоксиданттар һәм башҡа туҡлыҡлы матдәләргә бай сығанаҡ булып тора. Ә уның йәшел уҡтарында мультивитамин комплексы бар.
Һуғанды аш һәм икенсе ризыҡ, шулай уҡ салат әҙерләүҙә ҡулланырға мөмкин.
Айлыҡ шалҡан составында С һәм В6 витаминдары, шулай уҡ фолий кислотаһы һәм башҡа файҙалы туҡлыҡлы матдәләр бар. Әммә уны ас ашҡаҙанға ашарға ярамай. Был эс күбеүенә килтереүе ихтимал.
Порей һуғаны К витаминына, фолий кислотаһына һәм башҡа туҡлыҡлы матдәләргә бай аҙыҡ. Уның составында шулай уҡ антиоксиданттар бар, улар стресҡа ҡаршы көрәшергә һәм дөйөм сәләмәтлекте яҡшыртырға ярҙам итә.
Уны салатҡа ҡушырға йәки һурпа һәм икенсе ризыҡ әҙерләгәндә ҡулланырға мөмкин.
Был миҙгелле продуктты яҙғы салаттар өсөн нигеҙ булараҡ файҙаланырға мөмкин.
Айсберг салаты составындағы клетчатка аш һеңдереүгә ярҙам итә. Һуған кеүек үк, антисептик тәьҫиргә эйә. Унда көкөрт һәм С витамины күп.
Шулай уҡ салаттар өсөн дә, ҡайнар аштар өсөн дә яраҡлы буласаҡ.