Кәрәгәсәк:
1стакан он;
200 гр аҡ май;
1йомортҡа;
1 десерт ҡалаҡ сода;
5 аш ҡалағы шәкәр;
5 аш ҡалағы ойоған һөт.
Он өҫтөнә сода һалабыҙ, бүлмә температураһында иретелгән майҙы һалып он менән майҙы ыуалайбыҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ, йомортҡаны, әсегән һөттө һалып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыз.
20 минутҡа һыуыткыска һалып торабыҙ.
Шул ваҡытта эслек әҙерләйбеҙ.
Кәрәк була:
3 йомортҡа;
1 ҙур һауыт магазин каймағы(15-20%);
🌿 Ярты сынаяҡ шәкәр;
🌿1 аш ҡалағы манный ярмаһы.
3 йомортҡаны тәрәнерәк һауытҡа һытабыҙ, өҫтөнә шәкәр һалып талғын ғына итеп болғайбыҙ.
Ҡаймаҡты өҫтәп тағыла талғын ғына итеп болғайбыҙ. 1 аш ҡалағы маныйҙы өҫтәйбеҙҙә бер аҙ ултыртып торабыҙ.
Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып, формаға йәйеп һалабыҙ, ситтәрен бейегерәк итеп эшләйбеҙ. Эслекте ҡоябыҙ. Өҫтөнә үҙегеҙ теләгән емеш-еләк һала алағыҙ.
30 минутҡа духовкаға ебәребеҙ.
Бешкәстә телмәгеҙ, бер аҙ һыуынһын.
#Ҡатынҡыҙҙыңҡырксырағы