Әгәр ҡабығы бер аҙ ҡалһа, ҡыҙыл балсыҡ һәм һыйыр тиҙәгенән иҙмә яһап, олонона һыларға һәм бәйләп ҡуйырға кәңәш итә ҡайһы бер баҡсасылар. Баҡса ыҫмалаһы (садовый вар) менән һылап ҡуйырға ла була. Иҫке сепрәкте буй-буй киҫеп, цементлы иҙмә менән елем һымаҡ итеп һөртөп, яраланған олонға ҡояш нуры инмәҫлек итеп түңәрәтеп уратып ҡуйыу һәйбәт һөҙөмтә бирә, тиҙәр.