Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
8 Апрель 2024, 12:24

Бына һиңә крахмал!

Хуҗабикәләр өсөн ябай кәңәш. Ул ниндәк осраҡта кәрәк?

Сөсө ҡамыр өсөн ондоң яҡынса 10 процентын крахмалға алыштырғанда, ризыҡ иҫ киткес тәмле булып, күпереп бешә һәм озағыраҡ һаҡлана.

✅Крахмал ҡоймак ҡамырына ла бик килешә: селтәрләнеп торған йоҡа ғына ҡоймаҡ килеп сыға.

✅Торт өсөн кремды крахмал менән (кукуруздыкы яҡшыраҡ) ҡуйыртып ҽбәрергә була.

✅Кайнатма, эремсек, ҽләктән торған шыйыҡ бәлеш эслҽгҽнә лә, ағып сыҡмаһын өсөн, крахмал өҫтәргә мөмкин.

✅ит ҡыҙҙырғанда тәмләткестәр (бер аҙ тоҙ, борос һ.б.) өҫтәлгән крахмалға һалып әүәләгәндә, эсе һутлы, йомшаҡ булып бешә, ә тышы алһыуланып, кетерҙәп тора.

✅Ит подливаһы йәки соусына бер нисә ҡалаҡ крахмал өҫтәп ҽбәрһәң, ҡуйырып китәсәк, тәмле лә буласаҡ.

✅Ит фаршынан кәтлит яһағанда, йомортҡа урынына крахмал ҡулланырға мөмкин. 2 аш ҡалағы крахмал 1 йомортҡаны алыштыра.

Бына һиңә крахмал!
Бына һиңә крахмал!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас