Ҡыярҙан мул уңыш алыу өсөн үҫтергәндә туҡландырыу кәрәк. Тәүгеһендә 2-3 ысын япрағы сыҡҡас та, икенсе тапҡыр күсереп ултыртҡас (үҫентене алдан сәскәндә), артабан бөрөләнгән, сәскә атҡан һәм емеш биргән сағында туҡландырыу яҡшы.
Кесерткән төнәтмәһе. 10 литрлы күнәктең яртыһы тулғансы кесерткән һалабыҙ ҙа өҫтөнә һыу ҡоябыҙ. 5 көн буйы тотабыҙ. Артабан 1:10 иҫәбенән һыуға ҡушып ҡыяр төбөнә һибәбеҙ. Бер үҫемлеккә 1 литр кесерткәнле һыу кәрәк.
Ағас көлө — бик файҙалы ашлама. Һыу һибер алдынан ҡоро көлдө саҡ ҡына үҫемлектең эргә-тирәһенә һалырға мөмкин. Төнәтмә эшләргә лә була. Бының өсөн 1 л һыуға 2-3 ҡалаҡ көл һалып, 2 аҙна буйы төнәтәләр ҙә һөҙөп алалар. Үҫемлектең төбөнә ярты литр иҫәбенән ҡоялар. Йәй буйына быны 5-6 тапҡыр ҡабатлау яҡшы.
Сүпрә лә яҡшы үҫтерә. 100 г сүпрәне 10 л һыуға һалып, йылы урында 3 тәүлек тотҡандан һуң ашлама әҙер. Бер үҫемлек төбөнә ярты литр һибәләр. Йәй буйына 2-3 тапҡыр ҡулланыу етә.
Һуған ҡабығы — яҡшы ашлама, шул уҡ ваҡытта ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан ярҙам итә. Бының өсөн 20 г һуған ҡабығына 5 л йылы һыу ҡойоп, 4 көн төнәтәбеҙ, һөҙәбеҙ.
Тауыҡ тиҙәгенә 1:20 иҫәбенән һыу һалып, бер нисә көн тотҡандан һуң, болғатып, һөҙөп, ҡыярҙың төбөнә һибергә мөмкин. Бер үҫемлеккә ярты литр ашлама етә.