Һауа алмашыныуы, сәсеү әйләнеше боҙолоуы, теплицаны елләтмәү, артыҡ фосфор ашламаһы, тупраҡтың юғары кислоталығы саҡырылмаған ҡунаҡтың әүҙем үҫешенә килтерә. Был үҫемлек дым һәм күләгә ярата, шуның өсөн культуралы үҫемлектәргә зыян килтермәйенсә ҡояш яҡтылығын өҫтәп, дымлылыҡты ҡырҡа кәметергә кәрәк.
Теплицаның каркас элементтарына ла иғтибар итегеҙ: бәлки улар ҙа зарарланғандыр? Мүкте ҡырғыс йәки щетка ярҙамында таҙартҡас, ағас конструкцияны тимер сульфаты, сода эретмәһе менән һөртөгөҙ.
Бордос шыйыҡсаһы йәки баҡыр купоросы һәм һүндерелгән эзбизташ эретмәһе менән эшкәртеү теплицалағы грунтты зарарһыҙландыра.
100 грамм эзбизташты бер литр һыуға һалып, шуға 5 литр һалҡын һыу өҫтәп, тупраҡҡа һибегеҙ. Күп баҡсасылар баҡыр купоросын ҡулланыуҙан ҡурҡа, үҫемлектәргә һәм микрофлораға зыян килтерә тип уйлай. Инструкцияға ярашлы, квадрат метрына 1 грамм дозанан артмаһа һәм уға һүндерелгән эзбизташ өҫтәлһә, уны хәүефһеҙ ҡулланырға мөмкин.