Буҙаның, ошолай эшләргә кәрәк, тигән күрһәтмәһе юҡ. Һәр кем үҙенсә яһай. Мин буҙа тураһында байтаҡ мәғлүмәт йыйҙым һәм уртаҡ талаптарҙан шуны әйтә алам.
1. Барыбер әсетә бит, тип, сөпрә һалырға ярамай. Әсеткеһе - мотлаҡ ҡымыҙ.
2. Буҙаны ҡабарып сыҡҡан, йәғни "уйнап торған" мәлендә эсеү файҙалы.
Буҙаның файҙалы сифаттары күп. Мин үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашырға уйлайым.
Ауылдан өс туған ҡустымдың ҡатыны - киленем шылтыратты: Ҡайттыҡ. Үҙ аяғы менән йөрөгән сағында алып ҡайтығыҙ, оҙаҡҡа бармаҫ, тинеләр... Барҙым ауылға, ҡусты менән киленгә. "Ашҡаҙанда теге әшәке ауырыу. Үпкәлә лә бар, тинеләр," - ҡустым, әлбиттә, бик бойоҡ ине.
"Буҙа ҡояйыҡ, килен!" - тип, буҙа ҡойорға өйрәттем. Тик буҙаға ғәҙәттә тананың эс майын һалалар, беҙ бурһыҡ майы һалдыҡ.
Кәзә һөтөнән эремсек, ҡатыҡ, ҡаймаҡ. Барыһы ла тик кәзә һөтөнән.
Килен ныҡ ҡараны ҡустыны.
Ҡыҫҡаһы, ошонан һуң ун биш йылдан ашыу йәшәне ҡустым.
Яҙма Мәрйәм Бураҡаева сәхифәһенән алынды.
Л. Хәйруллина фотоһы.