Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
12 Апрель 2024, 04:21

Матур булғың килһә

Гүзәллектең юҡтыр сиктәре

Матур булғың килһәМатур булғың килһә
Матур булғың килһә

* Бит тиреһенең төҫө матур булһын тиһәгеҙ, бал һәм тоҙ ҡатнашмаһынан битлек эшләгеҙ.
* Лаванданың һәм сәй ағасының эфир майҙары һытҡыларҙы бөтөрә.
* Иртән һәм кисен минераль һыу­ҙа бешерелгән сәй менән битте һөртөү ныҡ файҙалы.
* Бөтнөк сәйен йыш эсһәгеҙ, битегеҙ нурланып, алһыуланып торор.
* Битте яҡшылап таҙартыу өсөн йомортҡа һарыһы менән лимон һуты ҡатнашмаһын һөртөү файҙалы.
* Ҡулды йомшартыу өсөн бер үк миҡдарҙа уксус һәм көнбағыш майы ҡатнашмаһын һөртөгөҙ.
* Йоҡлар алдынан лимон һуты менән зәйтүн майын бер үк миҡ­дарҙа һалып, уны һөртөү бик яҡшы һөҙөмтәгә килтерер.
* Битте таҙартыу өсөн һоло ярмаһы менән йогурт ҡатнашмаһы ярҙамға килер.
* Һытҡыларҙан ҡырылған алма менән бал ҡатнашмаһы ярҙам итер.
* Йыйырсыҡ булдыр­мау өсөн битегеҙгә бал һөртөгөҙ.

Матур булғың килһә
Матур булғың килһә
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас