Ҡаһарманлыҡ тураһында афоризмдар
Үҙең өсөн генә йәшәү — хурлыҡ.
Н. А. Островский
* * *
Бер нәмәнән дә ҡурҡмаусы һәм хаҡлыҡ менән йәшәүсе һәр кеше үҙ
Ватанының абруйын күтәрә.
Р. Роллан
* * *
Ысын батырлыҡ бәлә килгәндә асыла.
Ф. Вольтер
** * *
Әйбер юғалтһаң — эҙҙе юғалтырһың, намыҫыңды юғалтһаң — күпте
юғалтырһың, тәүәккәллегеңде юғалтһаң — бөтәһен дә юғалтырһың.
И. Гете
* * *
Ватанға мөхәббәт — абстракт төшөнсә түгел, ойоштороуҙы,
үҫтереүҙе, мәҙәниәтлелекте талап иткән реаль рух көсө.
А. Н. Толстой
* * *
Патриот — Ватанға хеҙмәт итеүсе, ә Ватан — иң әүәл халыҡ ул.
Н. Г. Чернышевский
* * *
Үҙ-үҙен хөкөм итергә өйрәнмәгән кеше башҡаларҙы ғәйепләй алмай.
И. Гете
* * *
Үҙен кеше булараҡ өйрәнмәүсе бүтәндәрҙе бер ваҡытта ла яҡшы белә
алмаясаҡ.
Н. Г. Чернышевский
* * *
Идеал — юл күрһәтеүсе йондоҙ. Унһыҙ аныҡ юнәлеш юҡ, юнәлешһеҙ
тормош юҡ.
Л. Н.Толстой
* * *
Һәр кем — үҙ бәхетен тыуҙырыусы.
Р. Стил
* * *
Бәхет башҡалар менән бүлешкәндә арта ғына.
Ж. Ламери
* * *
Башҡалар бәхетенән тыш шәхси бәхеттең булыуы мөмкин түгел.
Н.Г.Чернышевский
* * *
Иң гүзәл һәм иң бәхетле кешеләр — ғүмер буйына башҡалар бәхетен
хәстәрләүселәр.
В. А. Сухомлинский