Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
12 Май 2024, 10:19

Балтырған ашы бешерҙегеҙме?

Иң тәмле яҙғы аш! Шулай икәнлеген белә инегеҙме?

1-2 услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) 3-4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ, тәменсә тоҙ өҫтәйбеҙ. Балтыр­ғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Сосораҡ булығыҙ, бер юлы күп итеп төшөрөп, болғатмай торһағыҙ, уҡмашып ҡуйыуы ла бар!.. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ.  . Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон. Ауыл ҡаймағы һалып ашап ебәрһәң - телеңде йоторлоҡ! Ҡышҡылыҡҡа киптереп, туңдырып ҡуйһаң да файҙаһын юғалтмай балтырған.

Фото интернеттан.

Балтырған ашы бешерҙегеҙме?
Балтырған ашы бешерҙегеҙме?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас