Һуған "уҡ" ебәрмәһен өсөн ултыртыр алдында орлоҡто дөрөҫ итеп эшкәртергә кәрәк. Башта уны 25 градуста яҡшы итеп бер аҙна тирәһе киптерергә. Унан 3 сәғәтләп тоҙло һыуҙа батырып торорға. Бының өсөн: 1 литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ алына. Тоҙ орлоҡтоң һаҡлай торған функцияларын арттыра, сереүҙән һаҡлай. Тоҙло һыуҙа тотҡандан һуң сайҡатығыҙ һәм марганцовка эретмәһенә һалығыҙ. Ул бер аҙ ғына алһыу булһа етә. Бындай һыуҙа орлоҡто 2 сәғәт тотоу ҙа етә. Был төрлө ауырыуҙарға килтерә торған бактерияларҙы юҡ итеү өсөн кәрәк. Марганцовка эремәһендә тотҡас, һуғанды яҡшылап сайҡарға, һыуын һарҡытырға, һыу һибелгән түтәлгә ултыртырға. Ошолай эшләгәндә, һуған төплө, эре булып үҫә, иң мөһиме "уҡ" ебәрмәй.
Автор фотоһы.
https://vk.com/dom_sad_recepty