2016 йылда Мәләүез районы Арыҫлан ауылы мәҙәниәт һарайына эшкә төшкән Нурия Зәйнитдин ҡыҙын мәҙәни эштәр ойоштороусыһы итеп эшкә күсерәләр. Уның ҡорамалары Санкт-Петербург ҡалаһында, бөтә Рәсәй һабантуйҙарында күргәҙмәләргә йөрөтәләр. Тиҫтәнән артыҡ түшелдерек, харауыс һәм башҡа биҙәнеү әйберҙәре Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә хужаһын тапҡан.
“Элек милли биҙәкле туҡымаларға ҡытлыҡ ине. Ҡушъяулыҡ өсөн ҡусҡарлы ҡыҙыл төҫтәгеһен Силәбе өлкәһенән махсус алдырттым. “Смаҡ ауылы ағинәйҙәренә француз яулыҡтары тектем. Ошо милли кейемдә улар ҙур сәхнәгә сыҡты”, - ти хаҡлы ялда булһа ла шөғөлөн ташламаған Нурия ханым. Нурия Бураҡанова тураһында мәҡәләне гәзитебеҙҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.