Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
16 Май 2024, 09:18

Ҡыяр файҙаһы

Ҡыяр кеше сәләмәтлеге өсөн ифрат файҙалы. Ул иң аҙ калориялы йәшелсә һанала, 100 г ҡыяр ни бары 15 калорияға эйә һәм уның составында май бөтөнләй юҡ.

Ҡыяр файҙаһыҠыяр файҙаһы
Ҡыяр файҙаһы

Ҡыяр кеше сәләмәтлеге өсөн ифрат файҙалы. Ул иң аҙ калориялы йәшелсә һанала, 100 г ҡыяр ни бары 15 калорияға эйә һәм уның составында май бөтөнләй юҡ.
Йәшелсә тән температураһын көйләй. Был уның организмды һыу менән тәьмин итеүенә бәйле. Өҫтәүенә, тирене дымландыра, сөнки составында көслө антиоксидант бар. Ҡыярҙы битлек итеп тә файҙаланырға мөмкин. Ул елһенгән тирене тынысландыра.
Был йәшелсәне даими ашау шәкәр, ҡан баҫымы һәм холестерин күләмен кәрәкле кимәлдә тотоуға булышлыҡ итә. Ҡыярҙа кукурбитацин күп. Ул инсулин кимәлен көйләй. Ундағы стерол, липид кеүек матдәләр иһә холестеринды түбәнәйтә.
Йәшелсә эсәк-ҡарын эшмәкәрлеген яҡшырта, организмдағы насар холес­териндарҙы яндыра, таҙарта, тигән фекерҙә белгестәр. Бынан тыш, ул тура эсәктә яман шеш барлыҡҡа килеүгә ҡаршы сара.
Яңы ғына өҙөлгән ҡыяр - калий сығанағы, ҡан баҫымын түбәнәйтә. Калийҙың һәм һыуҙың күп булыуы бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Ҡыярҙы йыш ашау бөйөр эшмәкәрлеген дә яҡшырта.

Ҡыяр файҙаһы
Ҡыяр файҙаһы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас