1. Был төр маринад итте бер нисә сәғәт эсендә ҡыҙҙырырға кәрәк булған осраҡта яҡшы. Ул минераль һыу менән яһала.
Кәрәк: 3 кг ит, 1 кг һуған, 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шешлек өчен тәмләткес, 0,5 литр минераль һыу.
Һуғанды ярым ҡулсалап турарға һәм шешлек маринадланасаҡ һауытҡа һалырға.
Шуның өҫтөнә тоҙ, борос һибергә, тәмләткес һалып, ҡул белән яҡшылап бутарға. Һуғандың бер аҙ һуты сығырға тейеш.
Суганга минераль су, ит кисәкләре салырга. Яхшылап бутарга.
Итте маринадта кәмендә 2 сәғәт тоторға.
2. Соя соусы менән маринад күберәк ҡош итенән яһалған шешлек өсөн яҡшы.
Кәрәк: 3 кг ит, 3 баш һуған, кориандр, паприка, төйөлгән ҡара борос, 200 мл соя соусы, 100 мл үҫемлек майы.
Һуғанды ярым ҡулсалап турарға һәм шешлек маринадланасаҡ һауытҡа һалырға. Шуға тәмләткестәр өҫтәгеҙ.
Соя соусы һалып, яҡшылап бутағыҙ. Тоҙ һалмағыҙ, соус үҙе тоҙло.
Барыһын бергә яҡшылап бутап, итте 1,5-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Иткә май ҙа һалырға онотмағыҙ. Былай эшләгәндә, ит һыуһыл булып ҡыҙасаҡ.
3. Шешлекте татлы булмаған йогурт менән дә маринадларға мөмкин. Әгәр ҙә маринадта итте төнгә ҡалдырһағыҙ, ул айырыуса һутлы буласаҡ.
Кәрәк: 1 кг ит, үҫемлек майы, 1 банка татлы булмаған йогурт, төйөлгән ҡара борос һәм тәменсә тоҙ.
Итте ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, өҫтөнә үҫемлек майы һалып бутарға, йогурт өҫтәргә. Тәменсә тоҙ, борос һибегеҙ, орегано өҫтәргә мөмкин.
Яҡшылап бутап, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Иттең ҡатылығына ҡарап, ваҡытын самалағыз. Төнгә ҡалдырыу тағы ла һәйбәт.
Был ысул менән маринадланған ит зыянһыҙ һәм һутлы буласаҡ.
+30 °С
Болотло


