Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
18 Май 2024, 01:30

Сәстәр ҡойолмаһын өсөн

Толом-толом сәстәр

Сәстәр ҡойолмаһын өсөнСәстәр ҡойолмаһын өсөн
Сәстәр ҡойолмаһын өсөн

Ҡына (хна). Бер аш ҡалағы ҡынаны ҡайнар һыу ҡойоп бешекләп алығыҙ ҙа бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы кефир, 1 йомортка һарыһы, 1 балғалаҡ какао өҫтәп бутағыҙ. Әҙер ҡатнашманы сәскә һөртөп, 30—40 минут тотоғоҙ. Һуңынан ҡайын япрағы төнәтмәһе менән сайҡатығыҙ.
Дегәнәк майы (репейное масло). Дегәнәк майын бер аҙ йылытып, сәс тиреһенә һөртөргә һәм таҫтамал менән урап, 3—5 минут тоторға. Артабан шампунь менән йыуғандан һуң кесерткән төнәтмәһе һалып сайҡатһағыҙ, сәсегеҙ йылтырап китер.

Сәстәр ҡойолмаһын өсөн
Сәстәр ҡойолмаһын өсөн
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас