Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
19 Май 2024, 01:35

Муйыл

Яҙҙы йәмләп күпереп сәскә атҡан, хуш еҫе менән ләззәтләндергән муйыл ағасын яратмаған кеше бармы икән?!

МуйылМуйыл
Муйыл

Яҙҙы йәмләп күпереп сәскә атҡан, хуш еҫе менән ләззәтләндергән муйыл ағасын яратмаған кеше бармы икән?! Хәйер, барҙыр, сөнки аллергия тигән заман сире бына уның кеүек тәбиғи үҫемлектәрҙе лә хәүефле итә.
Халҡыбыҙ элек-электән муйылдың ҡайырыһын, сәскәһен, емештәрен дауа итеп ҡулланған. Ҡайырыһы тән тиреһен төрлө үңәҙҙәрҙән, сабыртмаларҙан таҙартһа, теш һыҙлауын баҫһа, төнәтелгән япрағын быуындарға ябып, һыҙланыуҙан ҡотолғандар. Йөрәк, ашҡаҙан, үт юлы ауырыуҙарына ла муйыл ҡайырыһы, япраҡтары, сәскәләре сәйҙәре файҙалы. Енси ауырыуҙарҙы дауалағанда төнәтмәләре ҡулланыла.
Моғайын, муйылдың эс киткәндә бына тигән дарыу икәнен белмәгән кеше юҡтыр.
Аш-Һыуҙа ла киң ҡулланылған, тирмәндән тарттырып, онтағын ҡамыр аш­тарына ҡушҡандар. Ғәҙәттә, муйылды ҡышҡылыҡҡа киптереп Һаҡлайҙар. Кәрәк сағында уны ебетеп төйәләр, йә ит турағыс аша үткәреп, бөйөрөк бешерәләр, шәкәрләп, бал, май ҡушып, сәйгә татлы ризыҡ итеп тә бирәләр.

Муйыл
Муйыл
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас