Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
21 Май 2024, 04:45

ТӘМЛЕ ГЕНӘ ЛӘҮӘШ

Кәрәк була: 

ТӘМЛЕ ГЕНӘ ЛӘҮӘШТӘМЛЕ ГЕНӘ ЛӘҮӘШ
ТӘМЛЕ ГЕНӘ ЛӘҮӘШ

КҮРӘГӘ, ҠУЙЫРТЫЛҒАН ҺӨТ ҺӘМ ГРЕК СӘТЛӘҮЕГЕ МЕНӘН ЛӘҮӘШ

2 ләүәш ҡамыры өсөн:

Һыу йылы 100 мл 180 г аҡ май (бүлмә температураһында)

Йомортҡа - 1

Ҡоро сүпрә - 11 г (Саф момент)

Шәкәр - 1 аш ҡалағы

Тоҙ - ярты балғалаҡ

Он 350- 400 г (ҡамыр күпме ала, шунса)

 

Эслек:

Күрәгә - 300 г

Грек сәтләүеге 80-90 г

Ҡуйыртылған һөт

Тәүҙә эслек әҙерләйбеҙ. Күрәгәне яҡшылап йыуабыҙ, бер нисә сәғәткә ҡайнар һыу менән ебетәбеҙ. 300 г күрәгә+200 мл һыу. Һыуын һарҡытып, ваҡлап турайбыҙ. Бер аҙ һыу өҫтәйбеҙ (бик аҙ ғына). Масса ҡуйы булырға тейеш.

Ҡамыр әҙерләйбеҙ. 100 мл һыуҙа бер ҡап (10-11 гр) әсеткене ебетәбеҙ, ҡабарырға ситкә ҡуйып торабыҙ. Уға май, йомортҡа, тоҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ, бөтәһен дә бутайбыҙ һәм яйлап он өҫтәйбеҙ, йомшаҡ, һығылмалы ҡамыр килеп сыға. Таҫтамал менән ҡаплап, бер сәғәткә алып ҡуябыҙ. Ҡабарғас, ҡамырҙы 2 өлөшкә бүләбеҙ ҙә, ҡалын итмәй генә йәйеп,  беренсе ҡатламына күрәгә, икенсе ҡатламына грек сәтләүеге, өсөнсө ҡатламына ҡуйыртылған һөт яғабыҙ. 180 г духовкаға 20-30 минутҡа ебәрәбеҙ. 

Бындай ҡамырҙан башҡа төрлө ләүәштәр ҙә әҙерләргә була. Сәйегеҙ тәмле булһын!

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас