Аңлатып та торманы ул. Беренсе май байрамына ҡайтҡанда киске уйындан һуң оҙатып килде. Таңға тиклем һандуғастар тыңлап, йондоҙҙар һанап ултырҙыҡ. Иртәгеһенә мин ҡалаға уҡырға киттем. Аҙна һайын ҡайтып йөрөгәс хат алышыу юҡ ине беҙҙең арала. Еңеү байрамына ҡайтһам, өйҙәгеләремдең төҫө ҡасҡан. Әйтерһең дә, өйҙә кеше үлгән... Һорашһам да бер ни әйтмәйҙәр. Әсәй кисен уйынға әрләмәй генә сығарһын тип, өйҙә күҙгә күренеп ятҡан эштең барыһын да эшләнем. Ашҡынып киске ваҡытты көтәм. Әммә был көндө төрлө сәбәп табып, әрләгән булып, мине уйынға сығарманылар. Егетем дә тәҙрә сиртеп йөрөмәне башҡа ваҡытта кеүек. Илай-илай йоҡлап киттем.
Иртәнсәк һөт алырға ингән еңгәм әйтте.
Минең күңелемдә нимә урғылғанын өләсәйем ныҡ һиҙҙе. Ныҡ һағынһаң, маңлайыңды тәҙрә быялаһына терә, тине. Ысынлап та, тап ошо сара ғына йөрәгемдәге утты һүндерә ине.
Хәҙер үҙем өләсәй инде күптән. Күңелемде һағыш, ауыр уй баҫһа, башымды тәҙрәгә терәйем. Әле лә ярҙам итә...
Хәкимә С.