Файҙалы кәңәштәр
22 Мая 2024, 07:40

Оҙон ғүмерле булғың килһә, ҡаҡы аша

Юҡҡа ғына һуғыш осоронда үлән ашап үҫкәндәр тормош ауырлыҡтарына бирешмәй. Файҙаһы тураһында тулыраҡ - аҫтағы һылтанмала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Оҙон ғүмерле булғың килһә, ҡаҡы ашаОҙон ғүмерле булғың килһә, ҡаҡы аша
Оҙон ғүмерле булғың килһә, ҡаҡы аша

Ҡаҡы - әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған йыуан һабаҡлы, киртләс япраҡлы, һары сәскәле, әскелт тәмле ашай торған үҫемлек. Ул линолен, олеин, пальмитин, арахин, стеарин һәм пальмитолеин кислотаһына бай. Марганец, баҡыр, тимер, бор, фосфор һәм калий менән организмды байытырға теләһәгеҙ, йәшел салат эшләп ашағыҙ. Сөнки туҡлыҡлылығы буйынса  ҡуҙаҡлыларға тиң. Үҫемлектең антисептик, антибактериаль  үҙенсәлеге бар һәм шешеүгә ҡаршы тәьҫир итә; йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшмәкәрлеген нормалләштерә, ҡан тамырҙарын нығыта; холестериндың йыйылыуын иҫкәртә; нервы-психологик торошон тотороҡландыра; гемоглобин кимәлен арттыра; ҡандағы шәкәр күрһәткестәрен кәметә; организмдағы алмашыу процестарын нормалләштерә; иммунитетты арттыра, организмдың негативҡа ҡаршы тороу һәләтенә нигеҙ булдыра.

Оҙон ғүмерле булғың килһә, ҡаҡы аша
Оҙон ғүмерле булғың килһә, ҡаҡы аша
Оҙон ғүмерле булғың килһә, ҡаҡы аша
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас