Боҙ массажы тирене сафландыра, ҡан әйләнешен яҡшырта, йыйырсыҡтарҙы кәметә, арығанлыҡты бөтөрә.
Таҙа һыуға шалфей, һары мәтрүшкә төнәтмәләре, еләк, әфлисун һутын боҙ формаһына һалып, һыуытҡыстың туңдырғысҡа ҡуйығыҙ. Боҙ шаҡмаҡтары ҡатҡас, битте, муйынды, декольте өлөшөн боҙ менән ышҡығыҙ.