Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
26 Май 2024, 01:00

Ағастар ҙа дауалай

Ағастың энергияһы үҙеңә тура килгән-килмәгәнде белеү өсөн, ус төбөн фольга менән ышҡырға һәм ағас янына килергә кәрәк.

Ағастар ҙа дауалайАғастар ҙа дауалай
Ағастар ҙа дауалай

Ағастың энергияһы үҙеңә тура килгән-килмәгәнде белеү өсөн, ус төбөн фольга менән ышҡырға һәм ағас янына килергә кәрәк. Фольгалы ҡулды олонға ҡуйғас, ялтыр ҡағыҙ ағасҡа табан тартылһа, тимәк, ағас — һинеке. Әгәр фольга һелкенмәһә, был ағас аҫтында тормау хәйерле.

Өҫтәүенә һәр ағастың үҙенә хас да­уалау һәләте бар. Ҡыҙыл тал киске сәғәт 6-нан 9-ға тиклем тынысландыра, йөрәк сирҙәрен дауалай, баш ауыртыуын һәм теш һыҙлауын баҫа. Ә ревматизм, склероз, бәрелгән ерҙәрҙе дауалай торған тирәкте көндөҙгө 3-6 араһында ҡосаҡлау яҡшы. Йүкәнең игелекле йомшаҡ энергияһын алыу өсөн, төндә йәки иртә таңдан — 2-нән 6-ға тик­лем барырға кәрәк. Имән бик ҙур көскә эйә. Төштән һуң сәғәттәрҙә уға һөйәлеп торһаң, теләһә ниндәй сирҙән терелтә. Уҫаҡ энергияны һура. Юғары ҡан баҫымынан яфаланғанда уның янында көндөҙгө сәғәттәрҙә баҫып тороғоҙ.

Ағастар ҙа дауалай
Ағастар ҙа дауалай
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас