Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
28 Май 2024, 03:49

Ә һеҙ ниндәй сәй эсәһегеҙ?

Сәй ҡыуағының япрағында өс йөҙҙән ашыу элемент бар. Ҡайһы берҙәре әлегәсә тулыһынса өйрәнелмәгән. Мәҫәлән, сәй рубигиндарын молекулалар кимәлендә айыра ла алмайҙар. Нисек кенә булмаһын, сәй –Ер йөҙөндәге шифалы эселектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла берҙәй файҙалы.

Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышып тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Барыһына ла ундағы кофеин сәбәпсе.
Микроэлементтар комплексы (калий, фосфор, тимер, марганец, барий, йод, никель, бор, баҡыр) матдәләр алмашыныуын көйләй, организмдағы күп кенә процестарға ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, калий – йөрәк эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, фтор тештәрҙе һаҡлай, йод – склерозға ҡаршы тәьҫирле мөһим элемент.
Тиамин фәҡәт сәйҙә һәм бер нисә бәшмәк төрөндә генә осрай. Кофеин менән берлектә мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайһы бер витаминдарҙың сәй япрағы эшкәрткәндә юҡҡа сығыуы билдәле. Тик был ҡан ойошоуын көйләүсе К витаминына ҡағылмай.
Катехиндар – сәйҙәге иң ҡиммәтле, көслө биоактив берләшмәләр. Улар ҡан тамырҙары тышлыҡсаһын һығылмалы итә, капиллярҙарҙы нығыта, атеросклероз үҫешен тотҡарлай. Өҫтәүенә онҡологик сир хәүефен кәметә. Санкт-Петербург дәүләт университетында үткәрелгән тикшеренеүҙәр катехиндарҙың ДНК күҙәнәктәрен радияциянан һаҡлауын асыҡлаған.
Ә ҡайһы төҫтәге сәй файҙалыраҡ?
Сәй ҡаптарындағы яҙыуҙарға күҙ һалһаң, биоактив берләшмәләрҙең ҡыҙылында йәшелендәгенә ҡарағанда – биш, ә йәшелендә ҡараһына ҡарағанда егерме тапҡырға күберәк икәнлеген белергә мөмкин. Әммә эш төҫтә түгел, ә сәйҙең ниндәй сортҡа ҡарауында. Хатта ике төрлө йәшел сәйҙең дә файҙалы матдәләре буйынса бер-береһенән ҡырҡа айырылыуы ихтимал.
 
Инглиздәр ҡара һинд сәйенә йәки цейлон сәйенә өҫтөнлөк бирә. 150 мл ҡайнар һыуға 1 балғалаҡ сәй, йәнә сәйнүккә бер ҡалаҡ өҫтәп, эсемлекте төнәтергә ҡуялар. Ныҡ итеп йылытылған сынаяҡтарға 2-3 ҡалаҡ йылы һөт һалғас ҡына әҙер сәйҙе ҡоялар.
Сәйҙе асыҡҡанда ла, һыуһағанда ла эсәләр. Һыуһынды ҡандырыусы эсемлек яһайым тиһәң, тәүҙә сәйҙе ҡойоп,бер минуттан ғына өҫтөнә һөт ҡояһың. Сәй ҡуйыраҡ, йәғни, туҡлыҡлыраҡ булһын тиһәң, киреһенсә – тәүҙә һөт, аҙаҡ сәй ҡояһың.
Тәнгә сихәт үлән сәйҙәре
Башҡорттарҙа борондан үлән сәйҙәренә өҫтөнлөк биргәндәр. Мәтрүшкә, бөтнөк, ҡарағат япрағы, кейәү үләне, һары мәтрүшкә, боланут кеүек шифалы үҫемлектәрҙән әҙерләнгәне мең сиргә дауа тип һаналған.Йәйгеһен рәхәтләнеп үлән йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйырға онотмағыҙ!
 
Автор:
Читайте нас