Файҙалы кәңәштәр
1 Июня 2024, 07:55

Баш шаулауы, ҡан баҫымы, бөйөрҙәре таблеткаһыҙ дауалау ысулы

Баштың шаулауы киң таралған сирҙәрҙән иҫәпләнә. Ә был симптомды иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ул склероз, мейе һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары тураһында һөйләй. Баштағы тауыш юғары баҫым арҡаһында барлыҡҡа килә. Ваҡыт үтеү менән беҙҙең ҡан тамырҙары һығылмалылығын юғалта. Ул организмға зыян килтерә, сөнки ҡан тамырҙары ағзаларға туҡлыҡлы матдәләр һәм кислород килә. Ҡан баҫымы күтәрелһә, башта шаулау барлыҡҡа килә. Хатта кешенең күҙе насар күреүе мөмкин. Дарыухана препараттары баҫымды кәметергә ярҙам итә, әммә уның сәбәбен бөтөрмәй. Ҡан тамырҙарына һығылмалылыҡты нисек ҡайтарырға һуң? Баҡтиһәң, аяҡ аҫтында үҫкән үлән бик яҡшы ярҙам итә!

Добавить в предпочтительные источники Google
Баш шаулауы, ҡан баҫымы, бөйөрҙәре таблеткаһыҙ дауалау ысулыБаш шаулауы, ҡан баҫымы, бөйөрҙәре таблеткаһыҙ дауалау ысулы
Баш шаулауы, ҡан баҫымы, бөйөрҙәре таблеткаһыҙ дауалау ысулы

Ҡан тамырҙарына һығылмалылыҡты нисек ҡайтарырға һуң? Баҡтиһәң, көтөүсе муҡсаһы бик яҡшы ярҙам итә! Баҡсала үҫкән ҡый иҫәпләнгән үҫемлек баҫымды нормалләштереүҙә ярҙам итә, баш ауыртыуынан ярҙам итә, эсәк-ҡан эшмәкәрлеген яҡшырта, бөйөрҙәрҙе, бауырҙы, ҡан тамырҙарын, нервы системаһын дауалай.

Киптерелгән бер балғалаҡ көтөүсе муҡсаһы япрағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә лә дүрткә бүлеп ашар алдынан эсеп ҡуйырға.

Дауаланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

Баш шаулауы, ҡан баҫымы, бөйөрҙәре таблеткаһыҙ дауалау ысулы
Баш шаулауы, ҡан баҫымы, бөйөрҙәре таблеткаһыҙ дауалау ысулы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас