Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
1 Июня 2024, 01:20

Төҫтәр терапияһы

Белгестәр, төҫтәр ауырыуҙы, хис-тойғо халәтен тулыһынса дауалай, ти. Кейем һайлағанда төҫтөң уңай тәьҫире, энергия өҫтәүе бик әһәмиәтле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Төҫтәр терапияһыТөҫтәр терапияһы
Төҫтәр терапияһы

Белгестәр, төҫтәр ауырыуҙы, хис-тойғо халәтен тулыһынса дауалай, ти. Кейем һайлағанда төҫтөң уңай тәьҫире, энергия өҫтәүе бик әһәмиәтле.
Дауаланыуҙа күп осраҡта ҡыҙыл, һары, зәңгәргә өҫтөнлөк бирелә, ҡыҙғылт һары, шәмәхә һәм йәшел төҫтәр ҡулланыла.
Ҡыҙыл төҫ йылытыу үҙенсәлегенә эйә, ул йөрәкте һәм ҡан әйләнеше системаһын көйләй, бауыр эшсәнлеген яҡшырта. Был төҫ үҙ-үҙеңә ышанысты һәм лидерлыҡ сифаттарын үҫтерә. Юғары ҡан баҫымлы кешегә был төҫтө һайламау хәйерле.
Һары кәйефте күтәрә. Ул аҡыл эшмәкәрлегенә һәм нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, бауыр менән проблемалар булғанда ярҙамға килә.
Ҡыҙғылт һары төҫ үпкәләрҙе дауалай, депрессияла, аппетит булмағанда һәйбәт. Зәңгәр төҫ организмды һыуыта, юғары температура ваҡытында һәм тән бешкәндә ҡулланыла. Ул баш ауыртҡанда ла ярҙам итә.
Йәшел төҫ нервыны тынысландыра һәм арығанлыҡты бөтөрә. Тетрәнеүҙән дә иң яҡшы сара һанала.

Төҫтәр терапияһы
Төҫтәр терапияһы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас