Әхлаҡтың мөһим бурыстарының береһе - кешеләрҙең аралашыуын тәьмин итеү. Һәр йәмғиәттең, халыҡтың үҙенең аралашыу нормалары йәшәй. Улар нигеҙендә, әлбиттә, әхлаҡ ята.
Ҡайһы бер илдәрҙә аралашыуға ҙур иғтибар бирәләр. Мәҫәлән, Японияла ул - үҙе бер сәнғәт. Япондарҙан инглиздәр ҙә бик ҡалышмай. Англияла күп һөйләнгән кешегә шикләнеп ҡарайҙар, уға ышанмайҙар. Японияла кешеләрҙе баһалаусы иң мөһим критерий — ололарҙы ихтирам итә белеү. Йәштәр оло кешенең һүҙен теләһә ниндәй осраҡта ла, хатта өлкәне хаталанған хәлдә лә, тыңларға тейеш.
Юғары кимәлдә аралашыу өсөн юғары этикаға эйә булыу мотлаҡ. Этикет нормалары илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының прогрессив һәм гуманлы ғәҙәттәре, йолалары менән тулылана, байый. Сит илдәрҙән килгән ғалимдар, яҙыусылар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре беҙҙең ил кешеләренең йомартлығын, алсаҡ асыҡлығын, ҡунаҡсыллығын күреп хайран ҡала. Былар, һис шикһеҙ, аралашыу культураһының бик ҡиммәт.