Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
3 Июнь 2024, 08:15

Кемегеҙ “Бульденеж” сортлы балан үҫтергәне бар?

Сәскәләре күҙҙең яуын алған ҡыуаҡты нисек үрсетергә була?

Кемегеҙ “Бульденеж” сортлы балан үҫтергәне бар?Кемегеҙ “Бульденеж” сортлы балан үҫтергәне бар?
Кемегеҙ “Бульденеж” сортлы балан үҫтергәне бар?

Май аҙағында 10 сантиметр оҙонлоҡта ботағын киҫеп алалар. Тамыр барлыҡҡа килеүен тиҙләтеү өсөн, бульденеж үҫентеләрен гетероауксин (1 литр һыуға 100 мг) ҡушып 6 сәғәттән 10 сәғәткә тиклем үҫеү стимуляторы эретмәһендә тоталар.

Һабаҡтарҙы ултыртыу өсөн 1:1:2 нисбәтендә  ҡом, тиреҫ һәм кәҫле тупраҡтан торған субстрат әҙерләйҙәр.

Үҫентеләрҙе асыҡ грунтҡа, алдан әҙерләп, ултыртырға мөмкин. Ерҙе  ҡаҙғас, тупраҡҡа бөтә кәрәкле компоненттарҙы өҫтәйҙәр, өҫкө йөҙөн тигеҙләйҙәр. Үрсеү  материалын 15 см арауыҡта бер-бер артлы һауытҡа ултырталар. Үҫентеләрҙе тупраҡҡа беренсе бөрөгә тиклем 60 градус ҡырын итеп сәсергә. Көҙөн тамыр йәйгәндән һуң үҫентеләрҙе даими урынға күсерәләр.

Кемегеҙ “Бульденеж” сортлы балан үҫтергәне бар?
Кемегеҙ “Бульденеж” сортлы балан үҫтергәне бар?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас