Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
16 Июнь 2024, 16:45

Һеҙ уны нисек тамырландыраһығыҙ?

Айыу баланын нисек тамырландыраһығыҙ?Мин бик ябай ысул һайланым. Ергә эйелеп үҫкән ботағын, бысаҡ менән ҡайырын йыша биреп, корневин һибергә лә, тупраҡ менән баҫтырып ҡуйырға. Әлбиттә, ваҡытында һыу һибергә оноторға ярамай. Көҙгә йәш ҡыуаҡ үҫентеһе тамыр ебәрәсәк. Ә еләге нимәнән файҙалы икәнен беләһегеҙме?

Һеҙ уны нисек тамырландыраһығыҙ?Һеҙ уны нисек тамырландыраһығыҙ?
Һеҙ уны нисек тамырландыраһығыҙ?

Жимолость (айыу баланы) талапсан булмаған үҫемлек, әммә ул елдән  ҡурҡа. Ҡыуаҡтар дымды ярата һәм уйһыулыҡтарҙа үҙҙәрен бик яҡшы тоя. Әммә балсыҡлы тупраҡ өсөн һыу тығынын булдырмау өсөн дренаж эшләргә кәрәк. Ер аҫты һыуҙары кимәле метр ярымдан артмаҫҡа тейеш.

Нимәнән файҙалы һуң?

 Еләктәге витаминдар анемияны, дерматоздарҙы иҫкәртә. Калий йөрәк эшендә ҡатнаша, мускул һәм нервы системалары эше өсөн яуаплы. Ундағы кальций һөйәк һөлдәһенең һәм һеңерсә туҡымаһының ныҡлығы өсөн кәрәк. Нервы системаһы эшендә мөһим ҡатнаша, ҡандың йыйылыуына йоғонто яһай. Фосфор йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының нормаль эшләүенә ярҙам итә, гормондар кимәле һәм кислота-һелтеле баланс өсөн яуаплы. Һөйәк туҡымаһын формалаштырыуға булышлыҡ итә, гормондар һәм ферменттар синтезында ҡатнаша. Магний һәм В төркөмө витаминдары иммунитетты һәм йөрәк мускулын нығыта. Периферик нервы системаһына, бигерәк тә балаларға ыңғай йоғонто яһай. Биофлавоноидтар ҡан тамырҙарының стеналарын нығыта, баҫымды кәметә.

Һеҙ уны нисек тамырландыраһығыҙ?
Һеҙ уны нисек тамырландыраһығыҙ?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас