Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
17 Июня 2024, 08:49

Белмәгән инем! Ысынлап шулаймы?

Кеше көн һайын яҡынса 20 мең аҙым эшләй. Был һан бер йылда 7 миллионға тиклем, ә 70 йыл эсендә 500 миллионға барып баҫа! Тимәк, беҙ үҙ ғүмеребеҙҙә Ер шарын экватор буйлап 9 тапҡыр әйләнеп сығыр йәки Ерҙән Айға тиклем араны үтә алыр инек.

 Һөйләшеүгә күпме ваҡытығыҙ китә, беләһегеҙме? Америка ғалимдарының иҫәпләүе буйынса, кеше көн һайын бер сәғәт, ә ғүмере дауамында ике йыл ярым тирәһе һөйләшә. Әгәр һөйләгәндәребеҙҙе яҙып барһаҡ, һәр береһе 400 битлек мең том килеп сығасаҡ.

Дөм ҡараңғыла бер минут торғандан һуң күҙҙең яҡтылыҡҡа һиҙгерлеге 10 тапҡыр арта, 20 минуттан һуң — 6 мең тапҡыр, ә 40 минуттан — 25 мең тапҡыр. Шуға күрә кеше төндә шәм яҡтыһын 20 саҡрым алыҫлыҡтан да күрә ала.

Кеше мейеһе 20 миллиард нервы күҙәнәктәренән тора һәм көн һайын 86 миллион бит мәғлүмәт үҙләштерергә һәләтле. Ғүмер аҙағынаса беҙҙең хәтер 100 триллион бит мәғлүмәт һаҡлай ала!

 Кеше организмындағы тимер бәләкәй ҡул сәғәтенең кескәй генә бер шөрөбөн эшләргә етер ине.

Тейен бейектән һикергәндә ҡойроғон парашют итеп ҡуллана. Уға 50 ҡатлы йорт бейеклегенән һикереү ҙә ҡурҡыныс түгел.
- Коала ғүмеренең 99 процентын ашап һәм йоҡлап үткәрә.
 Иң оҙаҡ йәшәй торған бөжәк – термит. Инә термит 100 йәшкә етә ала.
Бүре балаһы зәңгәр күҙле булып тыуа. Һигеҙенсе айҙа күҙе һарғая

Ук тип аталған тәлмәрйендә 2000-дән артыҡ кешене үлтерерлек ағыу бар. Ул иң ағыулы тәлмәрйен һанала. Был тәлмәрйен Үҙәк һәм Көньяҡ Америка урмандарында йәшәй.

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/2050720

Автор:
Читайте нас