Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
17 Июня 2024, 04:02

Буҙа эсмәгән кешенең ғүмере сырхап уҙа

Әйҙә, ҡыҙҙар, бергәләшеп, ҡояйыҡ әле буҙа!

  3 литр һыйҙырышлы кәстрүлгә һалҡын һыу һалабыҙ. Шуға 500 грамм һоло ярмаһы төшөрәбеҙ (геркулес). 10 минут тирәһе ул ебей. Һуңынан бер сәғәттән артығыраҡ талғын утта ғына ҡайнатабыҙ. Төбө көймәһен өсөн әленән-әле болғатырға. Аҙаҡ иләк аша һөҙәбеҙ. Һөҙөлгән ҡатнашмаға 100 грамм аҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушабыҙ, тағы ла 1 стакан шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә һыуытырға ултыртабыҙ. Йылымыс хәлгә еткәс, ойотҡо һалабыҙ. Тәүҙә әсетке урынына ҡымыҙ ҡулланырға мөмкин. 1 стакан ҡымыҙҙы һалып, урап йылы урынға ҡуябыҙ. Бер тәүлек тигәндә эсемлек әҙер була. Уны һалҡын урынға һаҡларға ҡуйырға кәрәк.Эҫелә танһыҡ ҡандырырлыҡ туҡлыҡты эсемлек әҙер!

Тәмле һәм файҙалы булһын!

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас