Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
27 Июнь 2024, 06:15

ШӘП РЕЦЕПТ

Ябай ғына: 

ШӘП РЕЦЕПТШӘП РЕЦЕПТ
ШӘП РЕЦЕПТ

Стериль банка төбөнә укроп, керән япрағы, ҡара борос, һарымһаҡ, (уның урынына уктары да ярай) һалып, ҡыярҙы (эреһен турап) тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙып, һыуынғансы ҡаплап торам.

Тоҙлоҡ: 2 литр һыу, 150-200 гр томат пастаһы, 120-150 гр шәкәр, 1 аш ҡалағы өйөп тоҙ, 150 мл гр һеркә һалып ҡайнатып сығарырға. Банкалағы һыуынған һыуҙы түгеп, тоҙлоҡ һалып, стериль ҡапҡас ябып, юрғанға төрөп ҡуябыҙ.

БИК тәмле рецепт, ҡыяр кетерҙәп тора. Һеҙ ҙә тоҙлап ҡарағыҙ.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас