Гастриттан интектергәндә хәлде еңеләйтеү өсөн, ҡырғыс аша үткәрелгән 1стакан картуф һутына 1 аш ҡалағы бал һалып болғатырға. Ошо массаны болғап, көнөнә 3 тапҡыр, ашар алдынан 30 минут алда, стакандың өстән бер өлөшөн эсергә. Дауаланыу курсы – 10 көн, унан һуң 10 көн ял итеп, тағы дауам итергә мөмкин.
Ылыҫ дауа
Организмды С витаминына байытыу, ашҡаҙан-эсәк трактын дезинфекциялау, ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн 50-100 г ылыҫты 1 стакан ҡайнар һыуҙа төн буйына тоталар, һуңынан иләк аша үткәреп, көнөнә 2-3 тапҡыр ярты стакан эсергә.
Холестерин артһа
Ҡандағы насар холестеринды кәметеү өсөн, ҡарағай ҡайырыһын ваҡлап киптереп, шул порошокты көн һайын ярты сәй ҡалағы ҡабып, артынан һыу эсәләр. Дарыу курсы – 3 аҙна, һуңынан 1 аҙна ял итеп, тағы бер ҡат дауаланырға була. 1 стакан кефирға 1 сәй ҡалағы куркума һәм бал ҡушып эсеү холестеринды ла кәметә, бауырҙы ла дауалай.
Һарымһаҡлы кефир
Йөрәк эшсәнлеген яҡшырта, бының өсөн көн һайын 1 стакан кефирға ваҡ ҡына туралған 2 теш һарымһағы иҙеп эсергә.
Ә һеҙ ниндәй кәңәштәр беләһегеҙ?