Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
4 Июль 2024, 04:00

Еләккә барҙығыҙмы әле?

Бында еләк күп икән, айыу-бүре юҡ икән... Хәүефһеҙлек тураһында ла онотмайыҡ!

1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына.
Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыт яҡшы.
Еләктәрҙе таҙартырға, һалҡын һыуҙа сайҡатырға. Һыуы ағып бөткәс, шәкәрҙең яртыһын ҡушып, һалҡынса урынға 5 -6 сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Еләктән бүленгән һутҡа  ҡалған шәкәрҙе ҡушып, сироп әҙерләргә. Сироп ҡайнап сыҡҡандан һуң бер нисә минут утта тотола. Уны еләк өҫтөнә ҡойоп, тағы ла ярты көнгә ҡуйып торорға. Бынан һуң ҡайнатма утҡа ҡуйыла һәм талғын ғына итеп 5-7 минут ҡайнатыла. Әлеге массаны тағы ла 4 сәғәт самаһы тотоп торорға кәрәк, был сироп еләккә ныҡлап һеңһен өсөн эшләнә.
Иң һуңынан еләктәр 15 - 20 минут самаһы ҡайнатыла һәм банкаларға һалына. Эҫе килеш һалырға ла мөмкин. Мммм, хәтәр тәмле килеп сыға!
Еләккә барҙығыҙмы әле?
Еләккә барҙығыҙмы әле?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас