Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
5 Июль 2024, 00:40

ҠАЙНАТМА ҠАЙНАТАБЫҘ

Кәрәкле кәңәштәр: 

ҠАЙНАТМА ҠАЙНАТАБЫҘҠАЙНАТМА ҠАЙНАТАБЫҘ
ҠАЙНАТМА ҠАЙНАТАБЫҘ

Ҡайнатма әҙерләй торған һауыт һәр ваҡыт таҙа булырға тейеш, уны башҡа маҡсатта ҡулланырға ярамай.

Ҡайнатманы еҙ йәки баҡыр таста ҡайнатыу яҡшыраҡ.

Крыжовниктан һәм сливанан әҙерләгәндә был емештәрҙе алдан тишкеләп сығарға кәрәк - шулай улар сиропты нығыраҡ һеңдерә.

Ҡайнатмала емештәр формаһын һаҡлаһын тиһәгеҙ, уларҙы 3 сәғәт эҫе сиропҡа һалып тотоғоҙ.

Ҡара миләш ҡайнатмаһы артыҡ сөсө булмаһын өсөн уға бер ни тиклем алма йәки ҡыҙыл ҡарағат һуты ҡушып ҡайнатығыҙ.

Әгәр ҡайнатма оҙаҡ ҡуйырмай икән, әҙ генә лимон һуты ҡушып ебәрегеҙ.

Ҡурай еләге еләге ҡайнатмаһы ҡуйы булһын, тиһәгеҙ, шәкәр ҡомон икегә бүлеп һалығыҙ. Яртыһын - ҡайната башлағанда, ҡалған өлөшөн ҡайнатып, газды һүндергәс.

Шәкәре иреһен өсөн ҡайнатманы яҡшылап бутағыҙ, тик ҡайнатмағыҙ.

https://vk.com/avulselo

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас