Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
6 Июля 2024, 03:55

ТӘҘРӘНЕ ДӨРӨҪ ЙЫУЫҒЫҘ

Файҙалы кәңәштәр: 

Добавить в предпочтительные источники Google
ТӘҘРӘНЕ ДӨРӨҪ ЙЫУЫҒЫҘТӘҘРӘНЕ ДӨРӨҪ ЙЫУЫҒЫҘ
ТӘҘРӘНЕ ДӨРӨҪ ЙЫУЫҒЫҘ

1. Йод. Тәҙрә ялт итеп торһон өсөн, 1 литр һыуға 5 тамсы йод тамыҙып болғатығыҙ ла, йылымса һыу менән йыуығыҙ, микрофибра салфетка менән ҡоротоғоҙ. Йодтың һыуҙағы эретмәһе теләһә ниндәй тапты бөтөрә.

2. Тоҙ бысраҡты йыуып төшөрә, быяланы ялтырата. 1 стакан һыуҙа 2 аш ҡалағы тоҙҙо иретегеҙ һәм тәҙрәләрҙе йыуығыҙ.

3. Крахмал туҙанлы тәҙрәләрҙе йыуғанда яҡшы, таптар ҙа ҡалдырмай. 1 аш кашыгы крахмалды 1 литр һыуға һалығыҙ ла ҡатнашманы быялаға һылап, кибергә ҡалдырығыҙ. Аҙаҡтан ҡоро сепрәк менән һөртөп алығыҙ.

4. Уксус таптарҙы ла бөтөрә, бөжәктәрҙе лә ҡурҡыта. Был иретмә өсөн 1 стакан йылы һыуға 50 миллилитр уксус ҡушып болғатығыҙ. Пульверизатор ярҙамында һиптереп, тәҙрәне йомшаҡ сепрәк менән ҡоротоп һөртөгөҙ.

https://vk.com/shahrikazanda

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас