* Шишәмбе көндө бурысҡа аҡса бирмәгеҙ - ғүмер буйы бурыслы булып йәшәрһегеҙ; аҡсаны һул ҡул менән алығыҙ, ә уң ҡул менән бирегеҙ;
* аш-һыу бүлмәһендә ашъяулыҡ аҫтына аҡса һалһағыҙ, йортоғоҙҙан аҡса өҙөлмәҫ;
* аҡса һыу кеүек тиҙ ағыусан, шуға ла өйөгөҙҙә төҙөк булмаған сантехника булмаһын, унитаз ҡапҡасын гел ябыҡ тотоғоҙ;
* урамда осраған тин аҡсаны алыр- ға ярамай. Уның әфсенләп-төфсөнләп ташланған булыуы ихтимал.