Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
31 Июля 2024, 04:53

Кишерҙең япрағы ла файҙалы. Эйе-эйе, шаяртмайым!

Һеҙ уны ташлайһығыҙҙыр әле моғайын...

Кишерҙең һутлы мәле. Быйылғы ямғырҙар осоронда уның япраҡтары ла ҡуйы. Уларҙы йыуып, турарға һәм киптерергә кәрәк. Укроп һымаҡ ҡышҡыһын беренсе блюдоға өҫтәргә була. Ул ризыҡтың тәмен боҙмаясаҡ, ә файҙаһы - ап-асыҡ. Кишер япрағын кистән сәй кеүек бешереп ҡуйып, икенсе көндө эсергә мөмкин. Бер ай дауамында ошо процедураны үтәгәндә бауыр таҙара, йөрәккә, күҙгә шифаһы ҙур буласаҡ. Уны ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйыу ҙа яҡшы. Кишер үҙе үк А, D, В группалары витаминдарына бай. Унда кальций, селен, цинк, магний, фосфор ҙа бар.  Кишер эсәк  эшмәкәрлеген яйға һала, күҙҙәрҙе яҡшырта, иммунитетты нығыта, аппетитты аса, бит тиреһен матурлата. Шулай ҙа йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, ашҡаҙан ауыртҡандарға, аллергиянан интеккәндәргә кишерҙе һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә.

https://omet-rb.com/articles/faydaly-ki-shl-r/2024-07-30/kisher-yafragy-kullanasyzmy-3867715

Кишерҙең япрағы ла файҙалы. Эйе-эйе, шаяртмайым!
Кишерҙең япрағы ла файҙалы. Эйе-эйе, шаяртмайым!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас