Билдәле булыуынса Һиндостанда был йәшелсә менән туберкулезды дауалайҙар, ә япондар уны күп сирҙән файҙалана.
Элек- электән ҡабаҡты дарыу урынына ҡулланғандар. Был йәшелсәлә эсәк эшмәкәрлеген көйләүсе матдәләр бар. Үт ҡыуығы эшмәкәрлеген көйләй, йыуан эсәктәрҙәге елһенеүҙе бөтөрә. Бөйөрҙәрегеҙ ауырта икән, көн һайын ҡабаҡ һуты әсегеҙ.
Ҡабаҡтың һабағы ла бик файҙалы.
2 ҡалаҡ кипкән һабаҡтың өҫтөнә һыу һалып, 3 сәғәткә төнәтергә ҡуйығыҙ. Һуңынан һөҙөп, иртәле-кисле ярты стакан әсегеҙ.
Бөйөрҙәр өсөн ҡабаҡ орлоғо төнәтмәһенең шифаһы ҙур. Бер ҡалаҡ орлоҡҡа бер стакан һыу һалып, сәй урынына әсегеҙ. Үҙендә каротин күп булыуы менән ҡабаҡ кишер менән бауырҙан өҫтөн тора. Шуға ла окулистар күҙҙе насар күргән кешеләргә ҡабаҡ һуты эсергә тәҡдим итә.
Бал менән ҡабаҡ төнәтмәһе — йоҡлай алмай интеккәндә иң яҡшы сара.
Ә сәскәһенең төнәтмәһе менән оҙаҡ төҙәлмәгән эренле яраларҙы сайҡай, йомшаҡ «ит»ен бешкән урынға һалып ҡуя алаһығыҙ.
«Ҡабаҡ орлоғо йыуан эсәктәге селәүсендәрҙән (глисты) ҡотолоу өсөн иң яҡшы дауаланыу сараһы. Шулай ук токсикоз менән интегеүсе буласаҡ әсәләргә лә файҙалы.