Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
7 Август 2024, 06:45

ЙӨҘГӘ ЕТЕРГӘ ТЕЛӘҺӘҢ...

Кәңәш түбәндә: 

ЙӨҘГӘ ЕТЕРГӘ ТЕЛӘҺӘҢ...ЙӨҘГӘ ЕТЕРГӘ ТЕЛӘҺӘҢ...
ЙӨҘГӘ ЕТЕРГӘ ТЕЛӘҺӘҢ...

Ошо ҡушылманы көн дә аша һәм йөҙгәсә йәшәрһең, ти ине һәр саҡ мөләйем инәй. Һәм, ысынлап та, йөҙгәсә йәшәне. Һәм “миңә табиптар һеҙҙең ҡан тамырҙарына 30 йәшлектәр ҙә көнләшерлек тип әйтә” тиер ине. Был тәмле ҡушылма организмды шлак һәм токсиндарҙан таҙартып ҡына ҡалмай, ә бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты көсәйтә.

Шулай итеп, 100-шәр грамм грек сәтләүеге (грек сәтләүеге - ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм уның йөрөшөн яҡшырта) һәм кураганы (курага - ҡан баҫымын рәтләй) ваҡлайбыҙ, 4 тырнаҡ һарымһаҡты (һарымһаҡ - тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы көрәшә) иҙеп ҡушабыҙ, ярты лимондың (лимон - ҡанды шыйығайта һәм бауырҙы таҙарта) һутын һығығыҙ, 1 аш ҡалағы бал (бал - ҡанды таҙарта) өҫтәгеҙ, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы (зәйтүн майы - насар холестеринды юҡ итеп, яҡшыларын барлыҡҡа килтерә) өҫтәгеҙ. Бер ай дауамында иртәнсәк ике аш ҡалағы ашағыҙ. Һәм тәнегеҙ һеҙгә рәхмәт әйтер.

Мәғлүмәт https://vk.com/id716614186 алынды.

Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас