Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
10 Августа 2024, 16:50

Умарталағы рамға бал ҡорттары кәрәҙ менән Аллаһ һүҙен яҙған

Бал ҡорто – хикмәтле бөжәк.

Умарталағы рамға бал ҡорттары кәрәҙ менән Аллаһ һүҙен яҙғанУмарталағы рамға бал ҡорттары кәрәҙ менән Аллаһ һүҙен яҙған
Умарталағы рамға бал ҡорттары кәрәҙ менән Аллаһ һүҙен яҙған

Мәләүез районы Фәриҙә һәм Фәрит Үҙәнбаевтарҙың ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәненә бер нисә тиҫтә йыл бар. Фәрит Хөрмәт улы  - дини кеше, ”Сәғирә” мәсете мәзине, умарта янында булышҡанда гел доғаларҙы уҡып йөрөй, тормош иптәше Фәриҙә Ишмырҙа ҡыҙы уға гел ярҙамлаша.”Бал ҡорто – хикмәтле бөжәк. Яңыраҡ бал айыртҡанда бер рамда кәрәҙҙәр ярҙамында ғәрәпсә яҙылған “Аллаһ” тигән һүҙҙе тоҫморланыҡ”, - ти йорт хужабикәһе. Үҙәнбаевтарҙың улы бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Штурмлаусы “Рембо”-ның нацистарға көрәшеүенә йылдан ашып китте. Яугирҙәрҙең имен-аман еңеү яулап ҡайтыуын, илгә тыныслыҡ  теләп, улар хикмәтле яҙыулы кәрәҙле бал менән ауыл ағинәйҙәрен һыйланы. Дини кешеләрҙең уҡыған доғалары, әйткән зекерҙәре ҡабул булыр, беҙ ҙә шул теләктәргә ҡушылабыҙ,

 

Умарталағы рамға бал ҡорттары кәрәҙ менән Аллаһ һүҙен яҙған
Умарталағы рамға бал ҡорттары кәрәҙ менән Аллаһ һүҙен яҙған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас