Кишер япрағы менән маринад.
3-4 кишер япрағы, ҙур булмаған итләс помидорҙар, тоҙлоҡ өсөн 1 л һыуға 4 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 75 мл аш һеркәһе алына.
Стерилләнгән банкаға кишер япрағы һалып, помидор тултырыла. Ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғансы көтөргә. Унан түгеп, ҡайнар тоҙлоҡто ҡойоп, стерилләнгән тимер ҡапҡас ябырға.
Маринадланған ҡыяр.
2 л һыуға 2 ҡалаҡ өймәләм тоҙ, 5 ҡалаҡ шәкәр, 5-7 бөртөк хуш еҫле борос, 5-7 лавр япрағы һалып, 3 минут ҡайнатырға. Һыуытып, 2 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһы ҡушырға.
Ҡыярҙы алдан йылытылған банкаларға тултырырға, маринад ҡойоп, 5 минут стерилләргә. Ҡапҡастарын ябып, һалҡын урынға ҡуйырға.
Тәмле помидор.
Стерилләнгән 3 литрлы банкаға помидор тултырып, ҡайнар һыу ҡойорға, 1,5 л һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ, 100 г шәкәр һалып ҡайнатырға.
Помидорҙың һыуын түгеп, өҫтөнә 1 ҡалаҡ өймәләм ҡырылған һарымһаҡты һалғас, эҫе маринадты ҡойорға,
1 балғалаҡ 9 процентлы һеркә өҫтәп, ҡапҡастарын ябырға һәм юрғанға төрөргә.
Помидор салаты.
1 л һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ, 3 ҡалаҡ шәкәр алына.
Помидорҙы йыуып, һыуын һарҡытҡандан һуң уртаса ҙурлыҡтағы киҫәктәргә ҡырҡҡылап, стерилләнгән банкаларға тултырып, өҫтөнә әҙер маринадты ҡойорға, һыулы кәстрүлгә ҡуйып, 15 минут стерилләргә һәм ҡапҡасын нығытып ябырға.
Туҡмаслы ашҡа тәмләткес
3 кг ҡыҙыл помидор, 1 кг башлы һуған, ярты стакан көнбағыш майы, 1 стакан шәкәр ҡомо, 4 ҡалаҡ тоҙ, сирек балғалаҡ төйөлгән ҡыҙыл борос алына.
Помидорҙы 8 өлөшкә бүлеп, һуғанды ярым түңәрәкләп турарға. Кәрәкле бөтә нәмәне ҡушып, 15 минут тирәһе бешереп алырға. Банкаларға эҫе килеш һалып, тимер ҡапҡас ябырға һәм түңкәреп, һыуынғансы өҫтөнә япма ябып ҡуйырға.