Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
13 Августа 2024, 06:50

Пион үҫтерергә яратаһығыҙмы? Август - уларҙы күсереп ултыртыр өсөн ҡулай ай

Ҡайҙа һәм нисек дөрөҫ итеп  ултыртырға?

Пион үҫтерергә яратаһығыҙмы? Август - уларҙы күсереп ултыртыр өсөн ҡулай айПион үҫтерергә яратаһығыҙмы? Август - уларҙы күсереп ултыртыр өсөн ҡулай ай
Пион үҫтерергә яратаһығыҙмы? Август - уларҙы күсереп ултыртыр өсөн ҡулай ай

Уларҙы беҙҙе ҡыуандырған тәүге яҙ сәскәләренә индерергә була. Бер урында йөҙ йылға тиклем үҫә алғанлығын белә инегеҙме? Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән ҡыуаҡ ҙурая , үҙәк  тамыры көпшәләнеп, ҡартайырға, сәскәләре бәләкәйләнергә мөмкин. Шуға ла белгестәр пионды 5-7 йылға айырып ултыртырға кәңәш итәләр. Оптималь ваҡыт – 15 августан 15 сентябргә тиклем. Был шартлы ваҡыт, көҙ йылы, оҙайлы булһа, көндәр йылы булһа күсереп ултыртыуҙы ай аҙағына тиклем оҙайтырға мөмкин.

Пион ҡыуағын нисек ҡаҙырға?

Сәскә тамырҙары  бер метр тәрәнлеккә китә, шуға ла  күсереп ултыртыуы еңел генә эш түгел. Тамырын тупраҡтан, сүптәрҙән таҙартыр өсөн көслө ағымлы һыуҙа йыуырға ла таҙа үткер бысаҡ менән өлөштәргә бүлергә, һәр өлөштә өс-биш бөрөһө, ике-өс ҡалын тамыры ҡалырға тейеш.

Урынын көл менән дезинфекцияларға ла 6-8 сәғәт күләгәлә кибеп ятып торһон.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: пион ҡояшлы, елдән ышыҡ урынды ярата. Ултыртыр өсөн уйһыу урын ярамай, һайланған ер аҫты һыуҙары кимәле бер метрҙан юғары булырға тейеш.

Соҡорға ҡом-таштан дренаж эшләргә онотмағыҙ. Соҡорға 1:1 нисбәтендә уңдырышлы тупраҡты тиреҫ менән ҡатнаштырып һалырға, бер литр көл, стакан ярым суперфосфат, стакан калий сульфаты һәм ике ҡалаҡ көкөрт кислотаһы баҡыры (сернокислая медь) өҫтәргә кәрәк – ул йәш  тамырҙың тиҙ үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Бөрөләрҙе ер өҫтөнән 3-5 сантиметр өҫтә ҡалдырырға икәнлеген онотмағыҙ.

Пион үҫтерергә яратаһығыҙмы? Август - уларҙы күсереп ултыртыр өсөн ҡулай ай
Пион үҫтерергә яратаһығыҙмы? Август - уларҙы күсереп ултыртыр өсөн ҡулай ай
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас