Хәҙер ашау өсөн ҡабымлыҡ 
Миңә ныҡ оҡшаны. Тиҙ яһала, бер тәүлектә әҙер була.
Бер болғар боросон таҙартып турайбыҙ, 5-6 тырнаҡ һарымһаҡ, бер әсе боросто блендер менән иҙәбеҙ. Укроп, петрушка турап һалабыҙ.
Айырым һауытта 50 мл көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ һеркә (уксус), 3 ҡалаҡ һыу, 3 ҡалаҡ шәкәр , 1 ҡалаҡ тоҙ һалып ныҡ ҡына бутайбыҙ.
Боросло массаға һалабыҙ. Барыһын яҡшылап бутайбыҙ. Помидорҙы телемләп турайбыҙ. Һауытҡа 1 рәт теҙеп, өҫтөнә ҡалаҡ менән заправканы һалабыҙ.
Тағы помидор - тағын заправка. Бөткәнсе шулай. Заправка ҡалһа, тағы помидор турайбыҙ.
Мин кис яһап һыуытҡысҡа ҡуйҙым. Иртән әҙер ине. Яртыһын иртүк ашап бөтөрҙөм. Ит янына ла, картуфҡа ла бына тигән. Кискә тиклем ныҡ тоҙланған. Бына тигән ҡабымлыҡ.
Фирүзә Ғатина.
https://vk.com/dom_sad_recepty