Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
10 Сентябрь 2024, 07:00

ҺАБЫН ҠАЛДЫҒЫН ТАШЛАМАҒЫҘ

Бик яҡшы шыйыҡ һабын яһау ысулын тәҡдим итәбеҙ.

ҺАБЫН ҠАЛДЫҒЫН ТАШЛАМАҒЫҘҺАБЫН ҠАЛДЫҒЫН ТАШЛАМАҒЫҘ
ҺАБЫН ҠАЛДЫҒЫН ТАШЛАМАҒЫҘ

Һабын ҡалдығынан бик яҡшы шыйыҡ һабын яһау ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Иң башта һабын киҫәктәрен уҡлау менән иҙеп ваҡлайбыҙ. Улар бик тиҙ ваҡлана.

Шунан һабын вағын эҫе һыуға һалып (1 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы һабын вағы иҫәбенән) иретәбеҙ.

Иретмәгә глицерин (1 стакан иретмәгә 1 аш ҡалағы) һәм лимон кислотаһы порошогы (1 стаканға 0,5 сәй ҡалағы) өҫтәйбеҙ. Ҡатнашманы 2-3 тәүлек тотабыҙ. Шунан дозаторлы һауытҡа һалып, рәхәтләнеп ҡулланабыҙ.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас