🍫Тормоштоң ябай ҡағиҙәләрҙе
🌺 Кешегә көсләп тағылма. Баһаңды төшөрөүе еңел дә, кире күтәреүе ауыр.
🌼 Ике кешене бер юлы яратҡан кеүек булһаң, икенсеһен һайла. Беренсеһен ысын күңелдән яратһаң, икенсеһенә ҡарамаҫ инең.
🌺Кеше алдында яҡшы күренәйем тип ҡыланма. Битлек ҡасан да булһа сиселә.
🌺Дуҫым юҡ тип ҡайғырма. Иң мөһиме, үҙең менән дуҫ бул, үҙеңә генә ышан.
🌼 Уй-теләктәреңде һәр береһенә һөйләмә. Беренсенән, бының кешегә ҡыҙыҡ булмауы мөмкин. Икенсенән, үҙең генә белер серҙәрең дә булырға тейештер бит.
🌺Хыянатты ғәфү итмә. Һине яратҡан кеше хыянат юлына баҫмаясаҡ. Һинән яҡшыраҡты эҙләргә маташҡан кеше эҙләнеүҙән туҡтамаясаҡ.
🌼 Кеше 80% һыуҙан тора. Әгәр ҙә һинең маҡсаттарың, тормошҡа пландарың, алға ынтылышың юҡ икән, һин ерҙәге күләүектән ни менән айырылаһың?
🌺 Һине яратҡан, хөрмәт иткән, һинең менән булырға теләгән кешеләрҙең ҡәҙерен бел. Үҙең яратҡандарға ҡарағанда һине яратыусылар ышаныслыраҡ.
🌼 Ялҡаулыҡ — хурлыҡ. Кеше һинең үҙеңә был турала асыҡтан-асыҡ әйтмәй икән, ул әҙәп һаҡлап маташа. Бер аяғын баҫҡансы, икенсеһен эт ашарҙай булып көскә ҡыбырлап йөрөүселәр тиреҫ ҡорто менән бер.
сығанаҡ: Интернеттан