Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
19 Октября 2024, 05:30

ҠАБАҠТАН ҠАЙНАТМА

4 кило ҡабаҡтың яртыһын шаҡмаҡлап тураным, ҡалғанын овощерезка аша әйләндерҙем.

ҠАБАҠТАН ҠАЙНАТМАҠАБАҠТАН ҠАЙНАТМА
ҠАБАҠТАН ҠАЙНАТМА

4 кило ҡабаҡтың яртыһын шаҡмаҡлап тураным, ҡалғанын овощерезка аша әйләндерҙем.
Фантазия әхирәт алма ла ҡуш тине 😉😆
0,5 кг алма турап ҡуштым.
Тимәк :
4 кг ҡабаҡ
0,5 алма (курага, йөҙөм дә һалалар икән)
4 кг шәкәр ( әҙерәк тә мөмкин)
4 лимон ит турағыс аша, ҡабығы менән ҡуша.
Бөтәһен бергә бутап алғас шәкәр һалып төнгөлөккә ҡалдырҙым.
Иртән ҡайнатырга ҡуйҙым.
Ҡайнап сыҡҡандан һуң (!!!), плитәгә ултыртҡан мәлде һанай күптәр, 10 минут талғын утта ҡайнаттым, һүндереп һыуығансы тоттом.

Аҙаҡ шаҡмаҡлы ҡабаҡтар йомшарғансы 10-15 минут талғын ғына утта тотоғоҙ.

Шул тиклем тәмле, файҙалы ҡайнатма!
Икенсе көнөнә тағы ла тәмлерәк, үтә күренмәле булып китә.

https://vk.com/id681067306

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас